Вернуться к обычному виду
Закрыть
Авторизация
Логин:
Пароль:

Забыли пароль?
Регистрация
Войти на сайт | Регистрация

Уполномоченный по защите прав предпринимателей
в Республике Башкортостан

официальный сайт

Первое лицо

Гибадуллин Рафаиль Вагитович Гибадуллин Рафаиль Вагитович

Уполномоченный по защите прав предпринимателей в Республике Башкортостан

Газета "Башҡортостан": "Тырыштарға ярҙам бар"

  • 16 апреля 2014

    СМИ о нас

    Ғафури районында эшҡыуарлыҡты яҡлауға етди иғтибар бирелә. 2014 – 2016 йылдарға махсус программа ҡабул ителгән. Яңы эш башлағандарға дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе лә үҙ бизнесын артабан үҫтереүселәр өсөн ҙур этәргес булып тора. Яңыраҡ иһә Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин, Ауыл хужалығы, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары вәкилдәре күсмә ҡабул итеү ойошторҙо.

    Байтаҡ ҡына кеше килеп, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов күп ҡатлы йорт подвалының берәүгә ҡуртымға бирелеүен, ә уныһының килешеү талабын үтәмәүен, баш-баштаҡланып фасадын үҙгәртеүен, был тәңгәлдә уға ҡарата ниндәй сара күреп булыуы хаҡында кәңәшләште. Р. Ғибәҙуллин эшҡыуар менән шәхсән үҙе осрашып һөйләшергә вәғәҙә бирҙе.
    Красноусол ауыл биләмәһенә ҡараған Аҡташ ауылынан Марс Рафиҡов “Красноусол” шифаханаһының элекке ярҙамсы хужалығы урынлашҡан 20 гектар ерҙе 49 йылға ҡуртымға алыуын, ошо ерҙә хужаһыҙ объект булып, уны һаман да рәсмиләштерә алмауын, төрлө кәртәләргә осрауын бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Рафаил Вәғит улы был тәңгәлдә лә ярҙам итәсәген белдерҙе.

    Эшҡыуарлыҡҡа яңы тотонған Николай Фомин, 20 йыл самаһы сауҙа менән шөғөлләнгән Клара Саҙиҡова, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре Геннадий Тахтаров менән Нәжип Хисаметдиновтар ҙа үҙҙәрен борсоған мәсьәләләргә төплө яуап алды.
    Һуңынан семинар-кәңәшмә ойошторолдо. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров эшҡыуарлыҡ тармағындағы хәл-торош менән таныштырҙы. Уның белдереүенсә, төбәктә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, уңайлы шарттар булдырылған. Мәҫәлән, районда 1029 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, тармаҡта 4712 кеше эш менән тәьмин ителгән. Был — район иҡтисадында шөғөл тапҡан халыҡтың 50 проценттан ашыуы тигән һүҙ. Эшҡыуарҙарҙың 66 проценты – сауҙа һәм дөйөм туҡланыу өлкәһендә, 7 проценты – көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, 18 проценты – ауыл хужалығы, 6 проценты төҙөлөш тармағында эш алып бара. Ә бына сәнәғәт-етештереү менән уларҙың 2 проценты ғына шөғөлләнә. Мәҫәлән, Красноусол минераль һыуы пластик шешәләргә тултырып һатыуға сығарыла. Шулай уҡ “Термопласт” йәмғиәте теплицалар эшләү, башҡа маҡсатта файҙаланыу өсөн полиэтилен япма етештерә.

    Һирәк шөғөлгә тотонған эшҡыуарҙар ҙа бар. Игенйылға ауылынан Әлфиә менән Виталий Смирновтар былтыр дөйәғош һәм башҡа экзотик ҡоштар үрсетә башланы. Бөгөн уларҙың фермаһында өс тиҫтә самаһы Африка ҡошо иҫәпләнә. Улар был шөғөлдән ярайһы уҡ табыш алып эшләргә иҫәп тота.
    Гипстан төрлө һын һәм сувенирҙар эшләү цехы асҡан Р. Бәшировтың эшмәкәрлеге лә – район өсөн һирәк күренештәрҙең береһе. Ул, мартта Өфө ҡалаһында “Арт-Өфө. Һөнәр. Сувенир” күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашып, үҙ эшмәкәрлегенә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята алды.
    Эшҡыуарҙарҙың район ҡаҙнаһын тулыландырыуҙағы өлөшө лә (22 процент) арта бара. Был юҫыҡта айырыуса “Красноусол минераль һыуҙары”, “Тереһыу”, “Ағиҙел”, “Уңыш” йәмғиәттәре, эшҡыуарҙар Г. Ҡаҙаҡҡолова, В. Курочкин, Р. Монасипов, Н. Федоров, Отмаховтар һәм башҡалар ҙур өлөш индерә. Үҙ биләмәләрен төҙөк һәм тәртиптә тотоуҙары менән Д. Хәйруллин, Р. Монасипов, Н. Заһиҙуллина, Т. Отмахов, Р. Шәмсетдинова, Д. Кулагин кеүек эшҡыуарҙар айырылып тора.

    Рәмил Бохаров сығышында хакимиәттең улар менән тығыҙ бәйләнештә эш алып барыуын билдәләне. Районда эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт союзы (етәксеһе – Радик Монасипов) эшләп килә. Уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы вазифаһы ла булдырылып, уға Хәннән Ишмырҙин етәкселек итә. Улар икеһе лә үҙ эшен асыусыларға төрлө ярҙам күрһәтә.
    Яңы эш башлаусыларҙы дәүләт тә үҙ ярҙамынан ташламай, уның күләме йылдан-йыл арта бара. Мәҫәлән, 2010 йылда эшҡыуарҙарға 1,4 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән булһа, былтыр был сумма 5 миллион һумдан ашып киткән. Шуның 700 мең һумы район ҡаҙнаһынан булһа, ҡалғаны – республика һәм федераль ҡаҙнанан.

    Рафаил Ғибәҙуллин үҙ сығышында йәмғиәттең дә, дәүләттең дә эшҡыуарҙарға ҡарашы үҙгәреүен, уларҙың республика бюджетын тулыландырыуҙағы өлөшө арта барыуын билдәләне.

    Автор: Самат Ғәлиуллин

    http://bashgazet.ru/obshestvo/12771-tyryshtara-yaram-bar.html








Возврат к списку