Вернуться к обычному виду
Закрыть
Авторизация
Логин:
Пароль:

Забыли пароль?
Регистрация
Войти на сайт | Регистрация

Уполномоченный по защите прав предпринимателей
в Республике Башкортостан

официальный сайт

Первое лицо

Гибадуллин Рафаиль Вагитович Гибадуллин Рафаиль Вагитович

Уполномоченный по защите прав предпринимателей в Республике Башкортостан

Газета "Табын": "Эшҡыуарлыҡҡа иғтибар арта"

  • 2 апреля 2014

    СМИ о нас

    27 мартта район хакимиәте бинаһында Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Уполномоченный Рафаил Вәғит улы Ғибаҙуллин, РФ Президенты ҡарамағындағы эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау бу-йынса вәкилдең Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе белгесе Гөлүзә Филарит ҡыҙы Батталова, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре күсмә ҡабул итеү ойошторҙо. Ҡабул итеүҙә район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы Салауатов ҡатнашты.

    Күсмә ҡабул итеүгә байтаҡ ҡына кеше килде. Иң башта Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Рахманғолов үҙен борсоған мәсьәлә менән мөрәжәғәт итте. Ул йорт подвалының бер эшҡыуарға ҡуртымға бирелеүен, ә эшҡыуарҙың ауыл биләмәһе менән килешеү талаптарын теүәл үтәмәүен, был осраҡта ниндәй сара ҡулланырға кәрәклеген һорап килгән ине. Рафаил Ғибаҙуллин эшҡыуар менән үҙе шәхсән осрашып һөйләшергә вәғәҙә бирҙе.

    Красноусол ауыл биләмәһенә ҡараған Аҡташ ауылынан Марс Рафиҡов “Красноусол” шифаханаһының элекке ярҙамсы хужалығы урынлашҡан ерҙе 49 йылға ҡуртымға алыуын, ошо ерҙә урынлашҡан хужаһыҙ объектты һаманғаса рәсмиләштерә алмауын, төрлө ҡаршылыҡтарға осрауын бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Совет осоронда төҙөлгән объекттарҙың береһенең дә үҙ ваҡытында документы булмауы, бер хужанан икенсеһенә акт буйынса тапшырылмауы, шул сәбәпле был объектты рәсмиләштереү һуҙылыуын аңлатып бирҙеләр. Рафаил Вәғит улы был тәңгәлдә уға ярҙам итәсәген белдерҙе.

    Красноусолдан яңы эш башлаған шәхси эшҡыуар Николай Фомин икмәк-ҡалас изделиелары бешереү менән шөғөлләнеүен, эшен артабан дауам итеү өсөн ҡорамалдарҙың иҫкереүен, һәм дәүләттән субсидия юллап алыуҙа ярҙам һораны. Яңы эш башлаусы эшҡыуар булараҡ уның дәүләт ярҙамынан файҙалана алыуын, ниндәй документтар юлларға кәрәклеген аңлаттылар. Эшҡыуар Клара Садиҡова Красноусол баҙары биләмәһендә үҙ магазины булыуын, әммә теләгән ваҡытында биләмәгә инә алмауын, баҙар етәкселегенең уның теләгенә ҡаршы төшөүен аңлатып бирҙе. Р. Ғибаҙуллин район хакимиәте менән берлектә был мәсьәләне ыңғай хәл итергә кәрәклеген белдерҙе.

    “Труд”менән “Урожай” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре Геннадий Тахтаров менән Нәжип Хисаметдинов ҡоролоҡтан күрелгән зыянды дәүләт тарафынан ҡаплата алмауҙарына зарланды. Геннадий Тахтаров 49 йылға ҡуртымға алған ерендә уның рөхсәтенән тыш карьер асыуҙары, сит техниканың уның баҫыуы аша йөрөүенең законлы, законһыҙлығын асыҡлауҙа ярҙам һораны. Рафаил Вәғит улы был мәсьәләне иғтибарһыҙ ҡалдырмаясағын белдерҙе.

    Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Р.Гибаҙуллиндан тыш башҡа бүлмәлә РФ Президенты ҡарамағындағы эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре эшҡыуарҙарға хоҡуҡи консультация, һорауҙарына яуап бирҙе. БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкиленә лә һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр. Дөйөм алғанда, күсмә ҡабул итеү эшҡыуарҙар өсөн бик фәһемле булды.

    Күсмә ҡабул итеү тамамланғандан һуң район хакимиәтенең ултырыштар залында Өфөнән килгән ҡунаҡтар һәм район эшҡыуарҙары ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үтте. Иң башта район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров сығыш яһаны. Рәмил Зәкәриә улы районда урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ үҫешенә ҙур мөмкинлектәр булдырылыуы хаҡында һөйләне. Ысынлап та, районда эшҡыуарлыҡҡа ҙур иғтибар бирелә. Районда барлығы 1029 кесе эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән һәм ошо өлкәлә 4712 кеше эшләп йөрөй. Был район иҡтисадында шөғөл тапҡан халыҡтың 50 проценттан ашыуы тигән һүҙ. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса 2014-2016 йылдарға муниципаль район программаһы ла ҡабул ителгән. Былтыр районда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Уполномоченныйҙың йәмәғәт ярҙамсыһы вазифаһы булдырылды (Ханнан Вәлиулла улы Ишмырҙин) һәм ул уңышлы эшләп килә. Яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға даими рәүештә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Мәҫәлән, 2010 йылда эшҡыуарҙарға 1,4 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән булһа, 2013 йылда был сумма 5 миллион һумдан ашып киткән. Шуның 700 мең һумы район ҡаҙнаһынан, ҡалғаны федераль бюджеттан бирелгән дәүләт ярҙамы булып тора. Р. Бохаров үҙ сығышында эшҡыуарҙар менән бер рәттән шәхси хужалыҡтарҙың да күтәрелеш кисереүен, уларҙың үҫеше өсөн районда уңайлы шарттар булдырылыуын билдәләп үтте. Сығышының һуңында район хакимиәте башлығы икмәк бешереү оҫтаһы булып танылған эшҡыуар Әсҡәт Хөснулла улы Фәйзуллинға район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Һуңынан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Рафаил Ғибаҙуллин йәмғиәттең дә, дәүләттең дә эшҡыуарҙарға йөҙ менән боролоуын, эшҡыуарҙарҙың республика бюджетын тулыландырыуҙағы өлөшө арта барыуын билдәләп үтте. Республикала эшкә һәләтле халыҡтың 22 проценты бизнес өлкәһендә шөғөл тапҡан. Был тәңгәлдә күрше Татарстандан байтаҡҡа ҡалышабыҙ, тине сығыш яһаусы. Республика программаһына ярашлы, 2020 йылға эшкә һәләтле халыҡтың 50 проценты эшҡыуарлыҡ тармағында хеҙмәт итеп, эшҡыуарлыҡтың бюджетты тулыландырған өлөшө 40 процентҡа етергә тейеш.

    Артабан эшҡыуарҙар алдында БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле субсидия юллау тәртибе һәм уларҙың ставкалары, сифатлы тауар етештереү, республикала ауыл хужалығы үҫешенә федераль средстволарҙы йәлеп итеү, яңы эш башлаған фермерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү һ.б. хаҡында аңлатма бирҙе. БР Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкиле урындағы тауар етештереүселәргә иғтибарҙы арттырыу, республикала эре супермаркеттарҙың күпләп барлыҡҡа килеүе урындағы эшҡыуарҙарҙың эшен ҡатмарлаштырыуы, шул сәбәпле ҡулаҡсаның күпләп республиканан ситкә сығарылыуы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ үҙ сығышында яңы хоҡуҡи-норматив акттар, хужаһыҙ объекттарҙы рәсмиләштереү тәртибе менән таныштырҙы. Дөйөм алғанда, семинар-кәңәшмә эшлекле шарттарҙа үтте. Район эшҡыуарҙары кәңәшмәнән һуң ҡунаҡтарға айырым һорау биреү мөмкинлеге лә алды.

    Самат Ғәлиулин.

    "Табын" гәзите №38, 2 апрель 2014 йыл 








Возврат к списку